Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк майҙаны йыл да күркәмләнә бара, тип хәбәр ителә республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Төҙөкләндереү эштәре Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә булдырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите формалаштырыу” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. 2023 йылда Оло Ыҡтамаҡтың үҙәк майҙанында йәйәүлеләр өсөн уңайлы юлдар, ял һәм аралашыу өсөн майҙансыҡ, заманса яҡтыртыу, видеокүҙәтеү системаһы, эскәмйәләр, урналар, сәскә түтәлдәре, почет таҡтаһын үҙ эсенә алған яңы инфраструктура булдырылған. Хәҙер был урын Мәсетленең визит картаһына әйләнә бара. Унда район, республика, төбәк-ара кимәлдәге ҙур саралар уҙғарыла. Быйыл Мәктәп урамы буйындағы иҫке ҡойманы яңыртыу эштәре тамамланасаҡ. Район мәҙәниәт йорто янындағы туҡталҡа төҙөкләндереләсәк һәм киңәйтеләсәк. Ошо биләмәлә балалар майҙансығы, ял итеү зонаһы булдырыу планлаштырыла. – Халыҡ районыбыҙҙа төҙөкләндереү эштәренең ыңғай барыуын күреп тора, үҙгәрештәр менән ҡәнәғәт. Киләһе йылда үҙәк майҙанды реконструкциялауҙың өсөнсө этабы көтөлә: Мәктәп урамы буйындағы тротуар йүнәтеләсәк, – ти Мәсетле районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Ҡәләмов. Фото: Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.