Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уңыш йыйыу дауам итә

Башҡортостанда уңыш йыйыу дауам итә. Бөгөн үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә вице-премьер – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, әле республикала иген культураһы сәселгән майҙандарҙың 85 проценты (1,254 гектар) йыйып алынған. Республиканың 23 районында – 90 проценттан ашыу, 25 районында 70 проценттан ашыу иген йыйып алынған. Игендең тулайым һуғымы 2,65 миллион тоннанан ашыу тәшкил иткән, уртаса уңыш – гектарынан 21,5 центнер (былтыр гектарынан 19 центнер ине). Дөйөм алғанда, быйыл урып йыйыу майҙандары ике миллион гектарҙан ашыу тәшкил итә, улар иҫәбендә 1,47 миллион гектар бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар. Шуның 1,171 миллион гектарын – яҙғы культуралар, 298 мең гектарын ужым культуралары тәшкил итә.Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы, быйыл уңыш 3-3,2 миллион тонна иген тәшкил итер, тип фаразлай.