Башҡортостанда йыл һайын үткәрелеүсе «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы тамамланды. Һаулыҡ поездарында эшләгән осорҙа табиптар 169 408 ҡабул итеү, 41 430 тикшереү үткәрҙе, социаль әһәмиәтле сирҙәргә шик тыуҙырҙы. Мобиль медицина комплекстары республиканың 55 муниципалитетында булды. Акцияла Республика клиник дауаханаһының күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре, флюорографтар, маммографтар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм диагностика комплекстары ҡатнашты. Бригадалар составында төрлө һөнәр табиптары: терапевтар, хирургтар, гинекологтар, онкологтар, кардиологтар, офтальмологтар, урологтар, неврологтар, стоматологтар, эндокринологтар эшләне. - Республика халҡының 40 проценты самаһы ауыл ерендә йәшәй. Сифатлы һәм ваҡытында медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге улар өсөн бик мөһим. Акция үткәреү был мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә, хроник йоғошло булмаған ауырыуҙарҙы һәм уларҙың үҫешеү хәүефе факторҙарын иртә асыҡлауға булышлыҡ итә, - тип билдәләне Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Наза