Башҡортостан Хөкүмәтендә "Рәсәй - спорт иле" форумында ниндәй саралар уҙасағы хаҡында һөйләнеләр. Октябрҙә Өфөлә үтәсәк “Рәсәй – спорт иле” форумының төп майҙансығы Көрәш һарайы була. Форум сиктәрендә яңы ҙур объекттар – Өфөлә Фехтование үҙәген, Ишкәкле слалом комплексын һәм Нефтекамала «Амфибия» спорт үҙәген асыу планлаштырыла. Ишеү каналы Рәсәй йыйылма командаһы ҡатнашлығында слалом буйынса тәүге «Ҡурай төбәге» халыҡ-ара ярыштарын ҡабул итә. Был хаҡта Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенкоға «Рәсәй – спорт иле» халыҡ-ара спорт форумына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында Башҡортостан Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров хәбәр итте. - Фехтование үҙәгендә юниорҙар араһында Халыҡ-ара «Салауат ҡылысы» турниры үтәсәк. 17 октябрҙә “Өфө -Арена”ла “IBA чемпиондары төнө" профессиональ бокс кисәһе үтә - континент чемпионы титулы өсөн донъяның иң яҡшы боксерҙары көрәшә. Бәләкәй аренала юниорҙар араһында Бөтә Рәсәй керлинг буйынса ярыштар үтәсә
"Рәсәй - спорт иле" форумында ниндәй саралар уҙасаҡ?
30 сентября 202430 сен 2024
2 мин