Өфөлә Яңы төбәктәрҙең Рәсәй менән ҡушылыуы көнөнә арналған автоуҙыш булып үтте. “Был автоуҙыш беҙҙең ҡаһарман егеттәребеҙгә рәхмәт йөҙөнән ойошторолдо. Улар әлеге мәлдә Ватаныбыҙҙы яҡлау, ил сиген һаҡлап ҡалыу өсөн яу яланында алыша. Беҙ, тылдағылар, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн барлыҡ көсөбөҙҙө һалабыҙ. Еңеү барыбер беҙҙең яҡта буласаҡ. Байрам менән барығыҙҙы ла!”– тине “Алға-Патриот” спорт-патриотик үҙәге акционерҙар коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры Ринат Хәбиров, автоуҙышҡа старт бирелер алдынан. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе кәңәшсеһе Виктория Степаненко әйтеүенсә, автоуҙышта республиканың 29 министрлығы һәм башҡа ведомстволар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты, 70-тән ашыу автомобиле йәлеп ителгәйне, колонна өҫтөндә 90-ға яҡын флаг елберҙәне. Автоуҙыш колоннаһын “Өфөводоканал” предприятиеһының хеҙмәт ветераны Йосопов Таңатарҙың коляскалы мотоциклы әйҙәй, ҡалғандар уның артынан төштө. Колонна баш ҡаланың Комаров урамы һәм Октябрь проспектынан у