“Фара”: Беҙ бармаһаҡ, кем барырға тейеш? Көҙҙөң алтын төҫтәргә сумған мәлендә Күмертау ҡалаһы мәктәптәренең береһендә Белгород ҡалаһындағы атыштарҙан, емереклектәрҙән ҡасып киткәндәргә хәйриә ярҙамы өсөн ойошторолған йәрминкәлә “Фара” ҡушаматлы яугир менән осрашып һөйләшергә тура килде. Ҡултыҡ таяғына таянып, бер аҙ һылтыҡлап атлаған иргә сараға килгән халыҡ араһында ихтирам ҙур: таныш булмаһа ла кемелер хөрмәт итеп, ҡул биреп күрешеп китә, бер бала үҙенә тип һатып алған күстәнәсен тоттора, сөнки бөгөн тыныс шарттарҙа һәүетемсә йәшәүебеҙ уларҙың ил сигендәге батырлығына бәйле икәнлеген улар аңлай. Һап-һары шәл ябынған ҡайын янында сәсен сал баҫҡан 39 йәшлек яугир менән әңгәмәләшәбеҙ. Тормош уны әҙ һынамаған: 2003 йылда Чечняла хеҙмәт иткән, тәүге ҡатыны үлеп ҡалғас, ҡыҙы менән улын яңғыҙ үҫтергән. Икенсе ҡатынынан тыуған улы ошо мәктәптә 9-сы класта белем ала. Тормош беҙ уйлағанса ыңғай ғына бармай шул, икенсе ҡатыны менән тормош юлдары айырылған . Машинаны биш бармағы кеүек яҡшы бе