Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бала йәнле Флорида

"Башҡортостан" республика гәзите тарафынан 5 октябрь – Уҡытыусылар көнө уңайынан ойошторолған конкурста Флорида Ғәрфутдинова ла ҡатнаша. – Бәләкәйҙән педагог булырға хыялландым, маҡсатымдың тормошҡа ашыуына сикһеҙ шатмын, – тине Балаҡатай районының Балаҡатай ауылы 1-се урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Флорида Ғәрфутдинова. – Әйтәләр бит, эшенә ашҡынып барған һәм өйөнә йүгереп ҡайтҡан кеше бәхетле тип. Мин дә шундай даланлыларҙың береһе. Һөнәремде яратам, балалар менән эшләү ныҡ оҡшай, әле өйөмдә дәфтәрҙәрен тикшереп ултырғанда ла уҡыусыларым менән бергәмен. Флорида Тимерғәзе ҡыҙы билдәләүенсә, ул эшләгән белем биреү учреждениһында балаларға – тәрән белем алыу, ә уҡытыусыларға күңел биреп эшләү өсөн бөтә яҡлап та шарттар тыуҙырылған. Фото: Флорида Ғәрфутдинова.