Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье, Херсон өлкәләре Рәсәй Федерацияһының өлөшө булыуына бөгөн ике йыл. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо туралағы яҙмаһы менән уртаҡлашты: - Был көндө Кремлдең Георгий залында дүрт яңы субъектты беҙҙең дәүләт составына ҡабул итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте. Быға тиклем һигеҙ йыл дауамында унда йәшәүселәр рус телендә һөйләшеү, рус әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү, рус дәүләтендә булыу хоҡуғын яҡланы. Хәҙер үҙҙәрен тормошҡа ашырыуға уларҙың барлыҡ мөмкинлектәре лә бар. Был төбәктәрҙең потенциалы ҙур. Махсус хәрби операция уңышлы тамамланғандан һуң улар һөҙөмтәле тергеҙелеү һәм йылдам социаль-иҡтисади үҫеш өлгөһө булыр тип ышанам. Башҡортостан Донбассҡа махсус хәрби операция башланғанға тиклем ярҙам ҡулын һуҙҙы. Һуңынан ярҙам тағы ла күләмле, системалыға әүерелде. Луганск халыҡ республикаһында урынлашҡан Красный Луч ҡалаһын беҙ шефлыҡҡа алдыҡ. Респу