Ҡаҙ майы бик күп ауырыуҙар ваҡытында ярҙамға килә. Мәҫәлән: үпкәләр менән проблемалар булғанда (ялҡынһыныу, бронхит, астма, туберкулез); тире зарарланыуы (яныу, өшөү, экзема, псориаз); гинекология ауырыуҙары (балаға уҙа алмау; эрозия); простатитты дауалау; аяҡтар менән проблемалар булғанда (варикоз, тромбофлебит, мускулдарҙа ауыртыуҙар); геморрой; диабетты дауалауҙа; һалҡын тейгәндә ярҙам итә.* Бронхит.Оҙаҡҡа һуҙылған йүтәлдән ҡотолоу өсөн, ҡаҙ майын ҡырғыстан үткәрелгән һуған менән бутарға һәм ашар алдынан бер аш ҡалағы ҡабул итергә.Файҙаһы өс көндән үк күренәсәк.* Үпкә ялҡынһыныуы.Эретелгән ҡаҙ майы һәм һарымһаҡтан яһалған ҡатнашманы йылыталар һәм пергаментҡа һөртәләр. Ҡағыҙҙы күкрәккә ҡуялар, өҫтөнән йылы шарф ябалар һәм төнгә шулай ҡалдыралар.* Өшөү.Тәндең өшөгән өлөштәрен ҡаҙ майы менән һөртөп, йылы һыу менән тиренең һиҙгерлек һәләтен ҡайтарырға кәрәк. Сәнсеү бөткәндән һуң, аяҡ-ҡулдарға массам хәрәкәттәре менән ҡаҙ майы һөртәләр. Йылы кейем кейергә йәки йылы шарф менән уранырға кә