Шамил бәләкәйҙән мал йәнле булып үҫте. Дәрестән ҡайтыр ҙа аҙбар тирәһенә сығып китер ине. Малдарҙы ашатып, урындарын таҙартып көнө буйы булашыр ине. Айырыуса ул эттәрҙе яратты. Эргәһенән бер ҙә китмәгән Аҡтүш менән бигерәк тә айырылмаҫ дуҫтар булдылар. Эте уның күҙенә генә ҡарап торҙо. Урманға барһынмы, көтөүгәме, һаҡсыһы һымаҡ эргәһенән китмәне. Ҡартайып үлгән этен оҙаҡ онота алмағайны Шамил. Үҙе ғаилә ҡороп ауылда төпләнгәс тә элекке этенә оҡшап торған көсөк алып ҡайтты. Үҙе шуға һөйөнөп бөтә алманы. Барыҫ тигән исем бирҙе, ояһын да бик күркәм, йылы итеп эшләп ҡуйҙы. Ләкин ҡатыны Ләйлә генә быға ризаһыҙлығын белдерҙе: - Донъяла иң яратмағаным эт һәм бесәй. Уларҙың йөнөнә аллергия минең. Берәйһенә бүләк ит этеңде. Был ихатла уға урын юҡ. Йә балаға берәй сир йоҡторор, - тип кәйефен төшөрҙө. Бәлки Ләйлә күнер, этте оҡшатыр тигән өмөтө бушҡа булды. Көн һайын тиерлек Барыҫты иҫенә төшөрөп торҙо. Ә бер көн эшенән ҡайтһа эте бер ерҙә лә юҡ. Һәр ваҡыт өрә-өрә ҡаршыһына сыҡҡан Барыҫын таб