Иманым камил, минеке кеүек хәлгә тарығанығыҙ юҡтыр әле... Иң яҡын әхирәтем бар. Гөлшат менән мәктәптән дуҫбыҙ. Уның менән утты ла, һыуҙы ла үттек. Бер-беребеҙҙе ауыр саҡта һынаныҡ, ә иң мөһиме - бәхетле саҡтарҙа ла дуҫлығыбыҙ һынманы. Бер-бер артлы кейәүгә сыҡтыҡ. Яйлап ғаилә дуҫтарына әүерелдек. Беҙ уларға, улар беҙгә ҡунаҡҡа йөрөшә инек. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Гөлшаттың иренә бер ҡасан да ир-атҡа ҡараған кеүек ҡарағаным булманы. Әхирәтемдең дә минең иргә күҙ уйнатҡанын тойманым. Шуға ул яҡтан беҙ тыныс инек. Дүрт йыл самаһы йәшәгәс, ир менән мөнәсәбәттәр насарлана башланы. Балабыҙ ҙа булмағас, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар бөтөнләй ҡалманы. Ул үҙенә төңөлдө, мин үҙемә тигәндәй. Уға хыянат итеү, башҡалар менән йөрөү тураһында уйым да юҡ ине. Шуныһы ҡыҙыҡ, ошо уҡ ваҡытта Гөлшаттарҙың да борсоҡтары бешмәй башланы. Улар ҙа балаһыҙ булғас, әхирәтем әллә ни борсолманы кеүек. Бер көн төш мәлендә, юл ыңғайындағы кафеға индем. Ҡапыл яныма Ринат, Гөлшаттың ире килеп ултырҙы. Тегеләй-былай нәмә тураһында