Найти тему
Башҡортостан гәзите

Гимназияға – яңы һулыш

Башҡортостанда “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты (национальный проект "Образование") уңышлы тормошҡа ашырыла. Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә тормошҡа ашырылған милли проекттар халыҡтың йәшәйешендә уңайлыҡтар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Ейәнсура районында ла “Мәғариф” милли проектын бойомға ашырыуҙа бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтарҙың юҡлығын, киреһенсә, был юҫыҡта эштәрҙең тәүге көндәрҙән үк юлға һалыныуын һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. “Мәғариф” милли проектының “Һанлы мәғариф мөхите” проектына ярашлы, Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы Башҡорт гимназия-интернатына иҫәп-хисап техникаһы, программа менән тәьмин итеү саралары һәм презентация үткәреү ҡорамалдары алынған. Маҡсат – уҡыусыларҙы һәм педагогтарҙы һанлы мәғариф инфраструктураһы менән тәьмин итеү, шулай уҡ белем биреүҙе автоматлаштырыу һәм һөҙөмтәлелекте арттырыу. – Тормоштоң бер урында тормауы, елдәй алға елеүе – бәхәсһеҙ, – тип билдәләне Иҫәнғол Башҡорт гимназия-интернатының математика һәм информатика уҡытыусылары. – Иҫәп-хисап техникаһынан тыш хәҙер беҙ ҡулһыҙ-аяҡһыҙ тигәндәй. Ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе донъя менән бергә, хатта унан бер аҙым алда атлатыу – мөҡәддәс бурыстарҙың береһе. Һәр беребеҙ шуға ынтылабыҙ. Был йүнәлештә милли проект та ҙур мөмкинлектәргә юл асты. X класс уҡыусыһы Марс Хәбибуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул бәләкәйҙән техник фәндәргә ынтылған, киләсәктә программа төҙөүсе булырға хыяллана. Дәрестә программа менән тәьмин итеү саралары менән танышҡас һәм уларҙы ҡулланғас, үҙендә үҫеш тойған. Фото: sosh16maykop.ru