Найти тему
Башҡортостан гәзите

Юлдар яҡшыра

Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” өҫтөнлөклө милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) уңышлы бойомға ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. Башҡортостан етәкселеге лә был тармаҡҡа айырыуса етди иғтибар бүлә, “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән,Өфө ҡалаһының Ғәли Ибраһимов бульвары “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” мили проекты нигеҙендә капиталь төҙөкләндерелә. Әйткәндәй, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” мили проекты буйынса эштәр бигерәк тә транспорт йыш йөрөгән урында башҡарыла. Шул иғтибарға лайыҡ, оҫталар бурысына бик яуаплы ҡарай. Ташсылар “һан артынан ҡыумайбыҙ, ә сифатҡа иғтибар бирәбеҙ” тигән принципҡа тоғро. Хәҙер был урамды танырлыҡ түгел. Техник һыҙаттарҙың бүленеүе, юл тамғаларының ҡуйылыуы-һыҙылыуы, урам бағаналарына фонарҙәрҙең боролоуы, светофорҙарҙың яңыртылыуы, канализацияның алмаштырылыуы, электр тапшырғыстарының эленеүе һәм башҡа эштәрҙең сифатлы итеп башҡарылыуы шуға асыҡ миҫал. – Бөгөн бында йөрөүе хәүефеҙ, – тип һөйләй хаҡлы ялдағы Альбина Илмиева. – Хәҙер балаларҙы ла ҡурҡамайынса ла урамға саф һауа һуларға сығарып ебәрергә мөмкин. Ике яҡтан трамвайҙар йөрөп тора, туҡталыштар уңайлы әле, “зебра” яңыртылып тора, эскәмйәләр урынлаштырылған, ҡыҫҡаһы, барыһы ла кешеләр өсөн эшләнгән. Шуныһы, Ибраһимов бульвары тап ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан, улай ғына ла түгел, транспорт хәрәкәтенең иң мәшәҡәтлеһе булып ҡала. – Өфө “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” мили проектын тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәйҙә алдынғылыҡты бирмәй, – тип шатлығы менән уртаҡлаштылар Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Фото: Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.