Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” өҫтөнлөклө милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) уңышлы тормошҡа ашырыла. Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты –граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. Башҡортостан етәкселеге лә был йүнәлешкә айырыуса етди иғтибар бүлә, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһында юлдар ремонтланған һәм светофорҙарҙы яңыртҡандар. Был маҡсат өсөн бик күп суммала аҡса бүленгән. – “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектының төп маҡсаты – 2030 йылға хәтлем юл-транспорт ваҡиғаһында үлемде мөмкин хәтлем кәметеү, – тип һөйләйҙәр Башҡортостан юл һәм транспорт министрлығынан. – Был тәңгәлдә уй-ниәттәр киләсәктә лә эҙмә-эҙлекле дауам итәсәк. Шул иғтибарға лайыҡ, Башҡортостанда тормошҡа ашырылған милли проекттарҙың барыһы ла илебеҙҙең бүтән субъекттарына өлгө ролен үтәй. Фото: https://cdn.culture.ru