“Уның менән танышҡанда миңә ни бары 14, ә уға 18 йәш ине. Ә был йәштә башта ел уйнай. Осраштыҡ та айырылыштыҡ. Хәтеремдә, ул саҡта минең менән мәктәп дискотекаһына бармағаны өсөн үпкәләгәйнем. Һуңынан бер нисәне күрештек: сәләм – һау бул, шул ғына. Унан һуң егеттәрем күп булды. Өлкәнәйҙем, бер егет менән етди мөнәсәбәттәр башланған кеүек булды. Кейәүгә сыҡтым, ауырға ҡалдым. Ә Дамир был ваҡытта армияла ине. Ниңәлер гел уның тураһында уйлай башланым, таныштар аша хатта уның адресын алдым, хат яҙҙым, ул яуап бирҙе. Телефон аша ла бер нисә тапҡыр һөйләштек. Өсөнсө хаттан һуң яҙышыуыбыҙ өҙөлдө, сәбәбен хәтерләмәйем, әммә аныҡ беләм - хаттар менән дә, телефон аша ла мин бер ниндәй мөхәббәт мөнәсәбәттәренә ишара яһаманым, вәғәҙәләр бирмәнем, сөнки бәпес көтә инем. Йәйҙең матур көнө етте – минең тыуған көнөм. Дуҫтарым килгән, тәбиғәткә йыйынабыҙ. Шул саҡ ишектә шылтыратыу яңғыраны: баҡһаң, Дамир армиянан ҡайтҡан! Ҡулында сәскәләр, кәнфиттәр. “Һине, һөйөклөм, тыуған көнөң менән ҡотларға