Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Машина төҙөлөшө – алдынғы тармаҡ

"Бәйләнештә" социаль төркөмөндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров былай тип яҙған. – Бөгөн Рәсәйҙә машина төҙөүселәр көнө билдәләнә, – тигән Андрей Геннадьевич. – Беҙҙең республикабыҙ өсөн сәнәғәт тармағы өҫтөнлөктәрҙән һанала. Былтыр Башҡортостанда етештерелгән бөтә сәнәғәттең 15 проценты уның өлөшөнә тура килгән. Был бик юғары күрһәткес. Беҙҙә 300 тирәһе предприятие ошо йүнәлештә эшләй – УМПО йәки НефАЗ, улар етештергән тауар Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә берҙәй ҙур һорау менән файҙалана. Андрей Назаров әйтеүенсә, Башҡортостанда машина төҙөлөшөнөң тарихы, индустриалләштереүҙән алып, XX быуаттың тәүге яртыһында башланған. Башта илебеҙҙә ауыл хужалығын үҙгәртеп ҡорорға кәрәк ине, ә инде Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән беҙгә, хәрби техника эшләү өсөн, бихисап заводтар эвакуацияланған. Һәр өсөнсө авиация двигателе беҙҙә етештерелгән. Әлбиттә, урындағы иҡтисадты алға этәреү өсөн нефть ятҡылыҡтары асылған. Ошонан алып нефть ҡоролмалары етештереү буйынса заводтар асылған. – Хөрмәтле машина төҙөүселәр! Фиҙакәр хаҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Иҡтисад үҫешенә Һеҙ тос өлөш индерәһегеҙ! Һәр ваҡыт шулай булығыҙ. Алға! – тип яҙған Андрей Назаров. Фото: Андрей Назаров.