Рәсәйҙә, шул иҫәптән, Башҡортостанда милли проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, республикабыҙҙа "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" (национальный проект "Производительность труда") тигән милли проектҡа иғтибар көслө. Шул иғтибарға лайыҡ, милли проекттарҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путиндың Май указдары нигеҙендә бойомға ашырыла. Төбәк компетенциялары үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда республикабыҙҙың ҡала һәм райондарының хакимиәт белгестәре, инвесторҙың клиент юлын ҡыҫҡартыу буйынса, белем эстәү мөмкинлегенә эйә. Ошо инициатива "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектына тап килә һәм "Тура инвестицион юл" программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Уны Дәүләт идара итеүҙең Юғары мәктәбе – Президент академияһы институты менән берлектә "Росатом" дәүләт корпорацияһы һәм Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы уйлап тапҡан. Маҡсаты – һаҡсыл етештереүсәнлек өлкәһендә эксперттар әҙерләү һәм төбәктәрҙә муниципалитет белгестәрен уҡытыу. – Президент академияһы һәм "Росатом"