Найти тему
Башҡортостан гәзите

Рулдәге үҫмер һәләк булған

Кисә Дыуан районында Таҙтүбә-Метели-Красноуфимск автомобиль юлының 19-сы саҡрымында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель таныҡлығы булмаған 17 йәшлек үҫмер “Лада Гранта” автомобиле руле артында идара итеү һәләтен юғалтҡан һәм транспортты кюветҡа ауҙарған. “Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә руль артындағы үҫмер һәм уның пассажиры район дауаханаһына оҙатылған. Бер нисә сәғәттән водителдең ғүмере өҙөлгән”, – тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәтенән. Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү башланған. Бәлиғ булып та өлгөрмәгән үҫмерҙең ғүмере шулай аяныслы өҙөлөүе бигерәк йәл. Водитель таныҡлығы булмаған йәштәргә машина руле бирмәҫкә ине лә бит... Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: ГАИ.