Стәрлетамаҡта 55 йәшлек медицина хеҙмәткәре алдаҡсылар тоҙағына саҡ эләкмәй ҡалған. Юғиһә, 1,5 миллион һум кредит аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан булыр ине...Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһы баш табибының сослоғо, оперативлығы хеҙмәткәрҙе бәләнән йолоп алып ҡалған. Эске эштәр министрлығы идаралығында әйтеүҙәренсә, ваҡиға мессенджерҙарҙың береһендәге хәбәрҙән башланған. Баш табип медицина хеҙмәткәренә Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан уға бер кешенең телефон аша сығасағын яҙа. Тиҙҙән уға, ысынлап та, үҙен тәфтишсе тип танытҡан кеше шылтыратып, гражданин исеменә бер нисә банкта кредит рәсмиләштерергә маташыуҙары тураһында иҫкәртә. Дауаханала мутлашыусылар темаһына әңгәмәләр үткәрелеп тороуына ҡарамаҫтан, хеҙмәткәрҙе 1,5 миллион һум кредит алырға һәм банкомат аша “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә күндерәләр. Ул хәләл ефетенә был хаҡта хәбәр иткәс, ҡатын дауаханаға шылтырата. “Ҡотҡарыу операцияһына” 1-се клиник дауахананың баш табибы Илшат Яппаров ҡушыла. Етәксе полицияға шылтырата, хеҙмәткәренең ҡайҙа булыу ихтималығы тураһында хәбәр итә. Урынға полиция хеҙмәткәре һәм шәфҡәт туташы сыға. Медицина хеҙмәткәрен кредит алған ваҡытында иҫкәртеүгә өлгәшәләр. Фото: И.Яппаровтың социаль селтәренән.