Башҡортостан һәм Татарстан эстрадаһы йондоҙҙары – йәш йырсылар Ришат Төхвәтуллин менән Әлиә Ҡарасурина өйләнешеп, Әлим исемле малай үҫтерә. Йәш, сибәр артистар һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Күп ҡыҙҙар Ришатты иң сибәр йырсы тип ҡабул итә. Ә бәләкәй бала үҫтергән Әлиә күп кенә концерттарҙа ҡатнаша алмай һәм өйҙә ултыра. Шуға күрә журналистар Әлиәнән көнләшеү тураһында һораған. “Уның йөрөгән ҡыҙы барлығын белә тороп та, ҡайһы бер ҡыҙҙар “өмөт бар” тип уйланы. Башта быны бик сәйер ҡабул иттем, хәҙер өйрәндем инде. Туйҙан һуң да, хатта бәпес тыуғас та, ҡыҙҙар тынысланманы. Уның тирә-яғында сибәр ҡыҙҙар күп ине, улар яғынан иғтибар ҙа һиҙелә ине”, – тигән Әлиә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡатын ирен гастролдәргә ебәргәндә көнләшмәй. “Ришат улыбыҙҙы бик ярата. Киткәндә лә күҙҙәре йәшләнә, гастролдәр ваҡытында ла ярты сәғәт һайын хәлдәрҙе һорашып тора, ныҡ һағына. Ғаиләлә кем дә булһа эшләргә тейеш. Мин бик тыныс”, – тигән ул.
"Туйҙан һуң да, хатта бәпес тыуғас та, ҡыҙҙар тынысланманы..."
29 сентября 202429 сен 2024
~1 мин