Миңә дүрт йәш булған саҡта атайым сираттағы тапҡыр ныҡ итеп эсеп ҡайтты. Уның был ҡылыҡтарынан арыған әсәйем “әйберҙәреңде йый ҙа сығып кит”, тине. Атайымды үлә яҙып яратҡан мин илап ебәрҙем һәм ул китһә бергә китәм тинем. Икәүләшеп нәмә тураһында һөйләшеп килешкәндәрҙер, әммә атайым ғаиләлә ҡалды. Һигеҙ йәшем тулғас, яңылыш ҡына уларҙың төндә һөйләшкәнен ишеттем. “Әгәр Зөлфиә һине шул тиклем яратмаһа, мин әллә ҡасан айырылыр ҙа, тыныс йәшәр инем”, – тине ул. Бала аҡылы менән был һөйләшеүҙе ишетмәмешкә һалыштым һәм атайым ҡалғанға һөйөндөм генә. 13 йәш тулғас, әсәйем мине ҙурайған тип иҫәпләпме икән, асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә саҡырҙы. “Балам, ошо йылдар буйына ғаиләне бер үҙем тартып арыным. Эскесе атайыңа бер хистәр ҙә ҡалманы, йәш саҡта китәйек унан”, – тине. Үҫмерлек кризисы кисергән мин әсәйемә ҡысҡырҙым, уны тыңларға ла теләмәнем. Ә миңә 15 йәш тулғас... әсәйем үлде. Яман шештән бер нисә ай эсендә “янды” ул. Шул саҡтан атайым менән яңғыҙ ҡалдыҡ. Был ваҡытҡа ул туҡтамай тиерлек эсә и