Бөгөн төнгә ҡарай бик ауыр яңылыҡ билдәле булды. Хеҙмәттәшебеҙ, ”Башҡортостан” ДТРК-һы филиалы директоры урынбаҫары, республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Уйылдан Ғәлин арабыҙҙан китте. Билдәле журналистың вафаты тураһында уның ҡатыны хәбәр итте. Вилдан Нурғәли улына 45 йәш ине. Уйылдан Ғәлин Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында тыуып үҫкән. Киң мәғлүмәт сараларында - тәүҙә радиотапшырыуҙар системаһында, һуңынан телевидениела хеҙмәт итте. Үҙ карьераһында ул меңләгән репортаж, сюжет, интервью һәм тура эфир әҙерләгән. 2001 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, студент йылдарында “Юлдаш” радиоһын тулыландырыу, тапшырыуҙар ойоштороу һәм етештереү, яңылыҡтар сығарыу менән шөғөлләнә. 2003 йылда “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы филиалының телевидение студияһына эшкә күсә, хәбәрсенән алып мәғлүмәт тапшырыуҙары хеҙмәте мөхәрриренә тиклем хеҙмәт юлы үтә. 2004-2010 йылдарҙа Башҡортостан Президенты хакимиәте һәм Хөкүмәте журналистары пулына инде. 2011 й