БЮТ телеканалында "Бәхетнамә” тапшырыуын алып барыусы Миңзиә Каспранованы барығыҙ ҙа беләлер. Ул мөләйем алып барыусы ғына түгел, аш-һыуға оҫта хужабикә лә. Был юлы ул “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына үҙенең сәксәк бешереү тәжрибәһе, кәңәштәре менән уртаҡлашты. -Сәксәкһеҙ беҙҙә бер ғаилә байрамы ла үтмәй, йыш бешерәм. Минең рецебым артыҡ ҡатмарлы түгел. Ғөмүмән, сәксәк, бер уйлап ҡараһаң, бешереүгә бик еңел һымаҡ. Әммә ҡайһы берҙә килеп сыҡмауы ла ихтимал. Йә ярылып бешә, йә ашағанда балы тешкә йәбешә. Ни өсөн шулай - хәҙер аңлатам. Ярылып бешһә, сәксәкте артыҡ эҫе майға төшөргәнһегеҙ, ә балы тешкә йәбешә икән, сиропты утта оҙағыраҡ тотҡанһығыҙ. Бейей-бейей оҫтара тигән һымаҡ, бешерә-бешерә бындай хаталар юҡҡа сыға ул. Ҡамыр өсөн 5 йомортҡа (йылы булырға тейеш), 450-500 грамм он, ярты балғалаҡтан әҙерәк тоҙ, бер семтем сода йә ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) кәрәк. Сироп өсөн - 250 грамм шәкәр, 130 грамм бал, 50 мл hыу. Ҡамырҙы әҙерләү ысулы: йомортҡаларҙы һәйбәтләп туҡыйбыҙ, тоҙ, сод