Уҡыусыларға ышаныс уятып ҡарай белгән үткер ҡарашлы, һиҙгер күңелле, эскерһеҙ булғаны өсөн ярата уны уҡыусылары. Ғафури районы Юлыҡ ауылында тыуып үҫеп, Стәрлетамаҡ дәүләт пелагогия институтында юғары белем алғандан һуң йәш белгесте Күмертау ҡалаһына эшкә ебәрәләр. Буласаҡ тормош иптәше менән дә ошо уҡыу йортонда осрата. Фәнис Мөҙәрис улы ла педагог, ул Ермолаевка коррекция мәктәбендә балалар уҡыта. Абдуллиндарҙың күмерселәр ҡалаһында төпләнеп йәшәгәндәренә 40 йыл үтеп киткән. Зәйтүнә Сәмиғулла ҡыҙы 37 йылын мәктәптә уҡыусыларға белем биреүгә арнаған. Уҡытыусы булыу өсөн белем генә етмәй, талант, тыумыштан килгән һәләт, заман менән бергә атлау ҙа кәрәк. “Белем биреүҙә иң беренсе маҡсат итеп уҡыусыларымда милли ғорурлыҡ, үҙаң һәм яуаплылыҡ тәрбиәләүҙе ҡуям. Милләтебеҙҙең үҙ тарихы, быуаттар дауамында формалашҡан телебеҙ, үҙ аңыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ бар. Беҙ уны киләсәк быуынға тапшырырға тейешбеҙ”, – ти Зәйтүнә Сәмиғулла ҡыҙы. Тел, милләттең киләсәген ҡайғыртҡан уҡытыусы ҡалала заманында тәүгеләрҙән булып башҡорт кластары асҡан. Бәхетле ҡатын, әсәй, өләсәй ҙә ул Зәйтүнә Сәмиғулла ҡыҙы. Кешеләрҙә һәр саҡ яҡшы яҡты ғына күрә белгәнгә, йәнәшәгеләр өсөн изгелек эшләргә әҙер торғаны, яҡшы өлгө булғаны өсөн ике балаһы ла атай-әсәйҙең һөнәрен - мәғариф юлын һайлаған. 37 йәшлек улы Айнур Фәнис улы Күмертау тау колледжында директор урынбаҫары булып эшләй,ҡала советы депутаты итеп һайлағандар, ҡыҙҙары Гөлдәр оҙаҡ йылдар 5-се мәктәптә китапханасы. Хеҙмәт ветераны Зәйтүнә Сәмиғулла ҡыҙының хеҙмәтен БР Мәғариф министрлығы, ҡала хакимиәте, ҡала мәғариф идаралығы, урындағы ҡоролтай маҡтау грамоталары менән баһалаған. Уҡыусылары республика кимәлендә үткәрелгән төрлө олимпиадаларҙа, конференцияларҙа ҡатнашып, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Класс етәксеһе булып эшләй. “Үҙ эшемде бик яратам, мәктәптән башҡа икенсе эштә күҙ алдына ла килтерә алмайым”, - ти педагог. 5 октябрь – Уҡытыусылар көнө уңайынан республикабыҙҙың алдынғы ҡарашлы, эшһөйәр, хөрмәткә лайыҡ педагогтары араһында “Уҡытыусы – ниндәй гүзәл исем!” тигән конкурста ҡатнашҡан юғары категориялы уҡытыусы Зәйтүнә Сәмиғулла ҡыҙы Абдуллинаға тауыш бирәйек, дуҫтар! Тауыш бирергә: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll66eab9968f5a0f0c14f42374
"Мәктәптән башҡа икенсе эштә үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым"
28 сентября 202428 сен 2024
1 мин