Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ә һеҙ төҫлө билмән ашар инегеҙме?

Һуңғы ваҡытта күп хужабикәләр ҡунаҡтарҙы шаҡ ҡатырыу өсөн нимәләр генә эшләмәй. Хатта төрлө төҫтәге билмәндәр ҙә. Хәйер, уны үҙегеҙ ҙә эшләп ҡарай алаһығыҙ. Бының өсөн кәрәк: 800-1000 грамм ҡамыр өсөн 250 грамм ҡайнап сыҡҡан һыу, 1 сәй ҡашығы тоҙ, 510 грамм он, 1 йомортҡа, 3 аш ҡашығы үҫемлек майы. Эслек өсөн 2100 грамм ит, 500 грамм һуған, тәменсә тоҙ, борос кәрәк. Тәмләткестәр ҙә ҡушырға ярай.Төрлө төҫтәр булдырыу өсөн 150 грамм шпинат, 150 грамм ҡыҙыл сөгөлдөр, 150 грамм кишер, 300 грамм ҡыҙыл кәбеҫтә (краснокачанная капуста) кәрәк.Шул йәшелсәләрҙән айырым-айырым сығарып һут яһайбыҙ. 160 грамм булғансы итеп һыу ҡушабыҙ, 4 төрлө һут килеп сығырға тейеш, кәбеҫтәнеке 320 грамм була, кәбеҫтә һутын тигеҙ итеп икегә бүлеп ҡуябыз. Шуның береһенә 0,5 грамм сәй ҡашығы сода һалып болғатабыҙ, ул һут төҫөн сирень төҫөнә үҙгәртәсәк.Айырым-айырым ҡамыр баҫып, әҙерәк кенә уны ял иттереп алабыҙ. Ул ваҡыт аралығында эслек яһайбыҙ. Һуңынан иһә төрлө-төрлө ҡамырҙан билмәндәрҙе бөгөп яһарға ғына ҡала. Фото һәм сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.