Найти в Дзене
Журнал "Шонкар"  

Ҡайһы көн иң уңышлыһы?

Бер мәл уҡыусы остазынан һораған: – Зинһар өсөн әйтһәгеҙсе: яңы эш башлау өсөн аҙнаның ҡайһы көнө иң уңышлыһы? Уҡытыусы бер аҙ уйланып торған да мут йылмайып яуаплаған: – Шаршамбы... Уҡыусылар йәһәт кенә дәфтәрен асып, әйтеләсәк һүҙҙәрҙе яҙып алырға әҙерләнгән. Араларында тик берәү генә ҡуҙғалмай ултыра, ти. – Ә һин ниңә ҡулыңа ҡәләмеңде алмайһың? – тип аптырап һораған уҡытыусы. – Артабан ни әйтерегеҙҙе белгәнгә... – Ә ни тип дауам итәсәкмен һуң мин? – Кесе йома, йома, шәмбе, йәк­шәмбе... Уңыш аҙнаның көнөнә ҡарамай. Бөгөн тырышһаң, иртәгә ҡыуанырһың. ...Динебеҙ көндәрҙе “яҡшы” һәм “яман”ға бүлмәҫкә өйрәтә. Барыһы ла Аллаһ Тәғәлә ҡулында. “Әҙәм балаһы Аллаһ Тәғәләгә һүҙ тейҙерә. Тормошҡа зар­лана, уны әрләй. Ә бит заман да – Ул, төндө көнгә һәм киреһенсә әйләндереүсе лә – Ул”, – тиелә хәҙистәрҙең береһендә. Шул уҡ ваҡытта пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма” тигән һүҙҙәрен онотмау зарур. "Башҡортостан" гәзите сайтынан.

Бер мәл уҡыусы остазынан һораған:

– Зинһар өсөн әйтһәгеҙсе: яңы эш башлау өсөн аҙнаның ҡайһы көнө иң уңышлыһы?

Уҡытыусы бер аҙ уйланып торған да мут йылмайып яуаплаған:

– Шаршамбы...

Уҡыусылар йәһәт кенә дәфтәрен асып, әйтеләсәк һүҙҙәрҙе яҙып алырға әҙерләнгән. Араларында тик берәү генә ҡуҙғалмай ултыра, ти.

– Ә һин ниңә ҡулыңа ҡәләмеңде алмайһың? – тип аптырап һораған уҡытыусы.

– Артабан ни әйтерегеҙҙе белгәнгә...

– Ә ни тип дауам итәсәкмен һуң мин?

– Кесе йома, йома, шәмбе, йәк­шәмбе... Уңыш аҙнаның көнөнә ҡарамай. Бөгөн тырышһаң, иртәгә ҡыуанырһың.

...Динебеҙ көндәрҙе “яҡшы” һәм “яман”ға бүлмәҫкә өйрәтә. Барыһы ла Аллаһ Тәғәлә ҡулында. “Әҙәм балаһы Аллаһ Тәғәләгә һүҙ тейҙерә. Тормошҡа зар­лана, уны әрләй. Ә бит заман да – Ул, төндө көнгә һәм киреһенсә әйләндереүсе лә – Ул”, – тиелә хәҙистәрҙең береһендә. Шул уҡ ваҡытта пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма” тигән һүҙҙәрен онотмау зарур.

"Башҡортостан" гәзите сайтынан.