Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Ватан һаҡсылары” фонды филиалының “СВОя семейная гостиная” проекты тураһында яҙмаһы менән уртаҡлашты: –“Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалы тарафынан ярты йылдан ашыу “СВОя семейная гостиная” проекты тормошҡа ашырыла. Ул махсус хәрби операция барышында үҙҙәренең яҡындарын юғалтҡандар, бөгөн айырыуса ҙур иғтибарға мохтаж булғандар өсөн тәғәйенләгән. Йылы мөхиттә психологтар, дин эшмәкәрҙәре, йәмәғәтселәр менән осрашыуҙар уҙғарыла, ижади оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Ҙур юғалтыу кисергән ғаиләләр сәй өҫтәле артында осрашып, аралашып, күңелдәрен бушата ала. Бында улар шулай уҡ белгестәр менән һөйләшә, үҙҙәренең проблемаларын да хәл итә. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фондының хуплауын алды. Был уның мөмкинлектәрен тағы ла киңәйтте. Яугирҙәрҙең яҡындары өсөн театрҙарға, концерттарға экскурсиялар, походтар ойошторола. Бөгөн был проект республиканың барлыҡ район, ҡалаларында ойошторола. Хәтерегеҙгә төшөрәм, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан буйынса филиалы түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107. Ул ял көндәрһеҙ 9.00-18.00 сәғәттәрҙә эшләй. Ҡыҙыу бәйләнеш телефоны: 8(347) 268-01-02, – тиелә яҙмала. фото: Максим Забелиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.