Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров XII “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара форумына әҙерлек һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитетының һуңғы кәңәшмәһендә сығыш яһаны. Ул Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенкоға Башҡортостандың быйыл 17 – 19 октябрҙә Өфөлә үткәреләсәк форумға әҙерлеге тураһында хәбәр итте. “Рәсәй – спорт иле” форумына әҙерлек планға ярашлы һәм бер нисә йүнәлештә бара, тине ул. Көрәш һарайы төп майҙанға әүереләсәк. Ул быйыл августа сафҡа ингәйне. Объект донъя кимәлендә һәм форум талаптарына яуап бирә. Бынан тыш, ҙур объекттарҙың – Фехтование үҙәгенең, Ишкәкле слалом комплексының һәм “Амфибия” спорт үҙәгенең асылыуы көтөлә. - Ишкәкле слаломда беренсе тапҡыр “Ҡурай крайы” тип исемләнгән халыҡ-ара ярыштар үткәреләсәк. Фехтование үҙәгендә йәш үҫмерҙәр араһында “Салауат ҡылысы” тип исемләнгән халыҡ-ара турнир була. 17 октябрҙә “Өфө-Арена”ла “IBA чемпиондары төнө” һөнәри бокс кисе ойошторола. Континент чемпионы титулына донъяның иң
“Ҡурай крайы”, “Салауат ҡылысы” һәм башҡа ярыштар була
27 сентября 202427 сен 2024
2 мин