Журналистика ветераны һәм блогер Рәхимә Мусина был юлы ошондай яҙмаһы менән уртаҡлаша. "Һиңә күҙ тейә ул", - тип әйтеүселәр күбәйҙе миңә һуңғы арала һәм интернетта үҙемдең тормошом, башҡарған эштәрем хаҡында яҙмаҫҡа кәңәш итәләр. Күҙ тейеү тигән нәмә барҙыр – бәхәсләшмәйем. Тик ул шул тиклем көслө булыуына, бөтәһен дә еңә алыуына ғына шикләнәм. Ысынлап та шулай ҡеүәтле булһа, бөтә матур, талантлы, оҫта, уңышлы кешеләр көнсөллөк йә һоҡланыу ҡорбаны булып йә ауырып, йә үлеп бөтмәҫтәр инеме икән? Бер минме ней, интернетта күпме кеше үҙҙәренең матур-матур фотоларын йә ижад емештәрен бар ғәләм алдына сығарып күрһәтеп бара.Ә мин хәҙер нисек бармын – ғүмер буйы шундай булдым. Интернет булмаған заманда ла һоҡланыусылар ҙа, көнләшеүселәр ҙә эргә-тирәмдә һәр ваҡыт күп булды, әммә улар күҙ тейҙерҙе, әллә ниндәй ҙур зыян килтерҙе тип әйтә алмайым. Хәҙер кеше күҙе тейә тип ҡул эштәре менән булышмаҫҡамы, йә булышһаң да кешегә күрһәтмәй йәшереп тоторғамы? Интернетҡа һалмаһаң да, үҙеңдең ҡул эшен кейе