Был хәл совет заманында булды. Беҙҙең күршелә бер ғаилә йәшәне. Бик үк йәлсеп йәшәй алманылар. Ялҡаулыҡтары ла көслө ине. Бәләкәс баламды бәүетеп ултырғанда, шул күрше ҡатын инде лә, минән бер китапты һораны. Мин балам илағас “шкафта тора, үҙең ал” тинем дә, әйләнеп ултырҙым.
Балам йоҡлап киткәс, ирем тыуған көнөмә бүләк иткән, Ленин бабай төшөрөлгән йөҙ һумлыҡты шул китапҡа һалғанымды хәтеремә төшөрҙөм. Йүгереп күршеләргә индем. Ә теге өйҙә юҡ. Ҡыҙы шат йылмайып “әсәй урамда йөҙ һум аҡса табып алған, ул үҙенә итек алырға китте, миңә лә кәнфит һатып ала” -тине.
Күршемә тағы индем кис. “Китапта аҡса юҡ ине, мин урамда табып алдым ул аҡсаны” тей ҙә ҡуя. Тәки бирмәне. Ҡыйын булды инде, әммә нисек алаһың?
Тиҙҙән улар күсеп китте. Һуңынан мин шул ҡатындың бер конторала шуба урлап тотолғанын ишеттем. Күрәһең, урлаша торған ғәҙәте булғандыр.
Б.
Автор:Гузель Салихова
"Һаҡмар" гәзите сайтынан.