“Онотолмаҫлыҡ төн” зыян күреүсегә 3 миллион һумға тиерлек барып баҫҡан. Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығының Өфө районы буйынса бүлегенә мутлашыу тураһында ғариза менән ошонда йәшәүсе 41 йәшлек кеше мөрәжәғәт иткән. Яҡынса фараздар буйынса ул кисен өйөндә саҡта йыуаныс эҙләп интернет киңлектәрендә кәрәкле сайттан үҙенә оҡшаған ҡыҙҙы таба. Заказ бирер өсөн күрһәтелгән телефонға шылтырата. Уның менән бәйләнешкә хеҙмәтте күрһәтеү буйынса “салон менеджеры” сыға. Ялған хеҙмәткәр был ҡыҙ өсөн алдан түләү өсөн 3,5 мең һум күсерергә кәрәклеген әйтә. Клиент шулай эшләй ҙә. Ләкин әңгәмәсе түләү ваҡытында техник яйһыҙлыҡтар килеп сығыуын, шуға ла ҡабаттан, был юлы 85 мең һум аҡса түләргә кәрәклеген хәбәр итә. Зыян күреүсе шул тиклем дә кисен шул ҡыҙ менән үткәрергә теләгән күрәһең. Ул аферистарҙың барлыҡ күрһәтмәләрен тыңлай. Бер нисә тапҡыр аҡса күсергәндән һуң ғына уның күңелендә икеләнеү барыҡҡа килә, ләкин “директорҙың” шылтыратыуы был уйҙарҙы тарҡата. Заказды тикшереү һәм артабан аҡса күсереү банк картаһы блокировкаланғанға тиклем дауам итә. Дөйөм алғанда зыян күреүсе мутлашыусыларға үҙенең 3 миллионға яҡын аҡсаһын күсерә. Был мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. фото: "Башинформ".