“Уҡытыусы – ниндәй гүзәл исем!” конкурсында ҡатнашҡан йәш, талантлы, маҡсатлы белгестәрҙең береһе –Бэлла Урал ҡыҙы Хәсәнова тураһында һүҙебеҙ. Ул – Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылындағы 2-се урта мәктәптең инглиз теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Бэлла Урал ҡыҙының уҡытыусы һөнәрен һайлауы бер ҙә ғәжәп түгел: данлыҡлы педагогтар династияһын дауам итеүсе бит ул! Әсәһе Динә Урал ҡыҙы – рус теле һәм әҙәбиәтенән, атаһы Урал Ғәзи улы тарих фәненән уҡыта. Ҡартатаһы, өләсәһе, ҡарт ҡартатаһы – барыһы ла уҡытыусылар. Шуға күрә Бэлла Урал ҡыҙы ла бала саҡтан уҡытыусы булырға хыяллана. Кескәй генә сағынан атай-әсәйенә эйәреп, мәктәпкә йөрөп, был һөнәрҙең нескәлектәрен күңеленә һеңдереп үҫә ул. Бэлла Хәсәнова 2009 йылда В.И. Ульянов-Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт университетын тамамлай һәм филолог-уҡытыусы һөнәренә эйә була. – Бала саҡтан музыка яратам. Мәктәп йылдарында «Сейәле» татар ансамбле солисы, студент йылдарында «Былбыл» ансамбле солисы булдым. Бөгөн дә төрлө ижади сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнашырға тырышам, – ти ижади ҡарашлы уҡытыусы. Быларҙан тыш, Бэлла Урал ҡыҙы китап уҡырға, сәйәхәт итергә ярата, бәйләм менән мауыға. Шулай уҡ яратҡан шөғөлдәренең береһе – тәмле итеп төрлө ризыҡтар әҙерләп, яҡындарын һыйлау. Үҙе етәкләгән класс менән походтарға йөрөп, балаларҙы тыуған еребеҙҙең матур урындары менән таныштыра ул. Уҡытыусы уҡыусыларына дуҫ та, остаз да, өлгө лә булырға тейеш, тигән ҡарашта йәш педагог. Шулай уҡ Бэлла Урал ҡыҙы һәр ваҡыт камиллашырға, һөнәри йәһәттән үҫергә тырыша, “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тип йәшәй ул. – Уҡыусыларыма ҡарап, бик талантлы, ижади йәштәр үҫә, тип ҡыуанам. Уҡыусыларҙан йәки ата-әсәләрҙән рәхмәт һүҙҙәре ишетеү уҡытыусы һөнәрен тиккә һайланмауыма ышаныс өҫтәй, иңемә ҡанаттар ҡуя, – ти Бэлла Урал ҡыҙы. Тырыш, маҡсатлы, ижади ҡарашлы уҡытыусыға тик уңыштар юлдаш булһын! Хөрмәтле төркөмдәштәр! “Уҡытыусы – ниндәй гүзәл исем!” конкурсы тамамланыуға һанаулы ғына сәғәттәр ҡалды. Һеҙҙе лайыҡлы тип тапҡан педагогтар, шул иҫәптән Бэлла Урал ҡыҙы Хәсәнова өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ. Фотолар: Б.У. Хәсәнованың шәхси альбомынан.