Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡомалаҡ йыйып, әсетке яһап өлгөрҙөгөҙмө?

Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында йәшәгән уҡытыусы Фирүзә Хөсәйенова-Әбдрәхимованы ауыл блогеры тип атарға мөмкин. Ул социаль селтәрҙәге дуҫтарына тәбиғәт күренештәре тураһында һөйләй, теге йәки был үҫемлектең файҙалы яҡтарын аңлата. Кинйә улы Нурсолтан күп итеп ҡомалаҡ тубырсығы йыйғас, ул сүпрә эшләү ысулын өйрәтте: – Биш литр һыуға ике ҙур тәрилкә ҡомалаҡ тубырсығы һалып, болғата-болғата ҡайнай башлағанын көтәм. Артабан утты кәметеп, бер-ике сәғәт яй ғына ҡайнатам. Һыуы һоро төҫкә инергә тейеш. Оҙағыраҡ ҡайнатһаң, сүпрә көслөрәк була. Ҡайнар шыйыҡсаны һөҙәм һәм шунда уҡ он һалам. Сүпрә ни тиклем ҡуйы булһа, шул тиклем оҙағыраҡ һаҡлана, шуға ондо йәлләмәйем. Ошо масса йылымыс ҡына булып һыуынһа, быға тиклем эшләнгән сүпрәне өҫтәйем һәм алты сәғәттән һыуытҡысҡа ҡуям. Кемдәрҙер шәкәр өҫтәй, мин һауыттың төбөнә бер бөртөк һурғыс кәнфит һалам. Әсетеп ебәрергә баш булмаһа, ике аш ҡалағы шәкәр һалып, ике көн йылы урында тотам. Сүпрәнең һауыты һәр саҡ ҡапҡас менән ябыулы булырға тейеш, – тине ауыл блогеры. Фирүзә Тәлғәт ҡыҙы фекеренсә, ҡомалаҡтың орлоғон һәм сәсәкәһен төрлө сирҙе дауалағанда ҡулланалар, шуға сүпрәһенән бешерелгән икмәк туҡлыҡлы ла, файҙалы ла була. – Беҙҙең яҡта хәҙер ҡомалаҡ тубырсығын йыйыу осоро үткән. Әгәр йыйып өлгөрмәһәгеҙ, сүпрәне уның һабағынан да ҡайнатып була. Бының өсөн уны балта менән ваҡ итеп турарға кәрәк. Ете-һигеҙ йыл келәттә һаҡланған тубырсыҡтарҙан да сүпрә ҡайнатып ҡарағаным бар, шулай уҡ бик шәп килеп сыға, – ти тәбиғәткә ғашиҡ уҡытыусы. Видео: Фирүзә Хөсәйенова-Әбдрәхимованың блогынан. Фото: скриншот.