Найти тему
Башҡортостан гәзите

Самокатта йөрөүселәргә ялыуҙар күбәйгән

– Ҡалаларҙа электр самокаттарын файҙаланыуға бәйле граждандарҙың мөрәжәғәттәре һиҙелерлек артты, – тине Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев. – Күп кешене ошо йүнәлештәге хәүефһеҙлек борсой. Самокатты ҡулланыусылар техниканы теләһә ҡайҙа ташлап китә, йәйәүлеләргә һәм автомобилдә йөрөүселәргә ҡамасаулай. Электр самокаттарында ике кеше, хатта өсәүләп тә йөрөйҙәр. Уларҙы балалар ҙа йыш ҡуллана. Электр самокаттарын файҙаланыу тәртибе федераль ҡануниәт менән көйләнгән, ҡағиҙә боҙоусылар өсөн штрафтар индерелгән. Тик шулай ҙа проблемалар бар. Ошо йүнәлештәге системаны төҙөргә кәрәк. Яҡын арала профилле ведомстволар, ЮХХДИ, урындағы үҙидара органдары, электр самокаттары прокаты компаниялары ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үткәрәсәкбеҙ. Ҡулланыусыларҙың да фекерҙәрен тыңларбыҙ.