Башҡортостандың Мәҙәниәт, Фән һәм мәғариф министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлебаш районы хакимиәте, Яҙыусылар союзы берлектә беренсе "Шаммас уҡыуҙары"н үткәреү тураһында иғлан итте. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммас иҫтәлегенә бағышлана. Форумды үткәреүҙә билдәле меценат, "МС Групп" компанияһы һәм Өфөләге "Планета Дино" динозаврҙар паркы хужаһы Муса Ғайса улы Мәжитов ярҙам итә. Сараның маҡсаты – Башҡортостандың халыҡ шағиры, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Халыҡтар дуҫлығы" ордены кавалеры Рауил Шаммастың исемен мәңгеләштереү; Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрен, мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү; мәктәптә, башҡа уҡыу йорттарында уҡыусыларҙың ижади мөмкинлектәрен асыу, башлап яҙыусыларға ярҙам итеү; йәмғиәттә уҡыу мәҙәниәтен, милли әҙәбиәтте һәм тыуған яҡты өйрәнеүҙе популярлаштырыу. Форумда төрлө йәштәге, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәгән кешеләр ҡатнаша ала: 1-11 кластар уҡыусылары, студенттар, педагогт