Илебеҙҙең баш ҡалаһынан ауыр хәбәр килде. Унда яҡташыбыҙ – йәш стюардесса ҡыҙ һәләк булған. Эльвина сығышы менән Кушнаренко районының Үрге Сәйет ауылынан. Ҡыҙ бәләкәй сағынан стюардесса булырға теләй һәм был хыялын тормошҡа ашыра. Тейешле белем ала, әҙерлек үтә һәм “Урал һауа юлдары” авиакомпанияһына эшкә урынлаша. Ул Мәскәүҙә йәшәгән була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо көндәрҙә ҙур фажиғә була. Ул хеҙмәттәше, шулай уҡ стюардесса ҡыҙ менән эштән сыға һәм такси алып ҡайтырға сыға. Ләкин юлда таксист йоҡлап китә һәм ҙур йөк машинаһы аҫтына эләгә. Машинала ултырған кешеләрҙең бөтәһе лә урында һәләк булған. Кисә Эльвинаны тыуған ауылында ерләгәндәр. Йәп-йәш ҡыҙҙың аңһыҙ ҡазанан һәләк булыуы бигерәк йәл. Уның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.