Әсәйем һәм ике апайым араһында үҫкән малай мин. Мәктәптә туғандарыма арҡаланып уҡып сыҡтым. Армиянан тороп ҡалдым: бәләкәйҙән йөрәк сирлемен (әсәйемдең тырышлығы ла булғандыр). Район үҙәгендәге һөнәрселек училищеһын тамамланым да яңынан ауылға әсәй эргәһенә ҡайттым. Белеп тораһығыҙ, унда эш юҡ, кем ниндәй ҡалымға әйтә, шуға йөрөп ваҡыт үткәрәм. Бындай урында бик тиҙ эсергә өйрәнеп алаһың, сөнки ауыл халҡының артыҡ аҡсаһы юҡ, ә өй беренсә осһоҙло иҫерткесе һәр саҡ табыла. Апайҙар ҡалала төпләнеп, һәр береһе башлы-күҙле булып бөттө. Шулай ул ауылда: ҡыҙҙар мәктәпте тамамлау менән уҡырға китә лә шунда тороп ҡала йә башҡа райондарға кейәүгә сыға. Беҙҙә әле өйләнмәгән 10-15-ләп егет бар. Бер осор 40-ҡа ла еткән тип һөйләйҙәр ине. Шундай бер төрлө тормош менән йәшәй торғас, эсеүгә әүәҫләнгәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Бөтәһе лә контролдә, мин үҙемде беләм тип йөрөй инем ошоғаса, ҡайһы ваҡыт иртәгәһенә өйгә нисек ҡайтып еткәнемде хәтерләмәй башланым. Күрәм: әсәйем бигерәк ныҡ ҡайғыра, төрлөсө һ