Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең Өфөләге вуз-ара кампусында «Импульсмедиа» йәштәр медиафорумы асылды. Дүрт көн дауамында 70 ҡатнашыусы – Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары һәм партнер мәктәп уҡыусылары медиа өлкәһен өйрәнәсәк, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашасаҡ, проекттар төҙөйәсәк һәм фекерҙәштәре менән танышасаҡ. Форумда эш дүрт йүнәлеш буйынса ойошторолған: фото, видео, дизайн һәм SMM. Ҡатнашыусылар идеаль кадр төҙөү серҙәрен өйрәнәсәк, фото һәм видео эшкәртеү программаларын үҙләштерәсәк, репортаждар эшләргә һәм социаль селтәрҙәр алып барырға өйрәнәсәк. – Беҙҙең форумдың төп аудиторияһы – университеттың беренсе курс студенттары. Форумды юғары уҡыу йортонда һәм унан ситтә лә был йүнәлештә әүҙем студенттарыбыҙ ойоштора, – тине ӨДНТУ-ның йәштәр сәйәсәте буйынса проректор ярҙамсыһы Владлена Ивлева. «Импульсмедиа» форумы «Приоритет-2030» юғары уҡыу йортон үҫтереү программаһы сиктәрендә Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары – «Евразия Фәнни-белем биреү үҙәге «Унив