Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты ағзалары Лилиә Ғүмәрованы комитет рәйесе итеп яңынан һайланы. Был хаҡта ТАСС-ҡа ултырышта ҡатнашҡан сығанаҡ хәбәр иткән. "Комитет ағзалары бер тауыштан Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрованың комитеты башлығы итеп һайланыуы өсөн тауыш бирҙе", - тигән ул. Хәҙер был ҡарарҙы Федерация Советы пленар ултырышта раҫларға тейеш. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 12 сентябрҙә уға сенатор - республика дәүләт власының башҡарма органы вәкиле вәкәләттәрен биргән указға ҡул ҡуйҙы. Ғүмәрова 2019 йылдың 25 сентябренән фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитетын етәкләй. Регламентҡа ярашлы, комитет рәйесе һәм уның урынбаҫарҙары комитет ултырышында ағзаларының дөйөм һанынан күпселек тауыш менән һайлана. Бынан һуң улар палата тарафынан сенаторҙарҙың дөйөм һанынан күпселек тауыш менән раҫлана һәм Федерация Советы ҡарары менән рәсмиләштерелә. Сығанаҡ: ТАСС. Олег Яровиков фотоһы.
Федерация Советының мәғариф буйынса комитеты Ғүмәрованы тағы рәйес итеп һайланы
26 сентября 202426 сен 2024
~1 мин