Тулыһынса төҙөкләндерелгәндән һуң бөгөн Өфөлә 2-се балалар баҡсаһының заманса майҙансыҡтары асылды. Был эштәр Башҡортостан Республикаһы менән “Роснефть” нефть компанияһы араһындағы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ярашлы, “Башнефть” компанияһы ярҙамында башҡарылды. “Роснефть” төбәктәрҙә уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән социаль проекттарҙы тормошҡа ашыра. Шул иҫәптән үҫеп килгән быуынға белем биреү, тәрбиәләү өлкәндәге башланғыстарҙы хуплай. 1955 йылда нигеҙ һалынған 2-се һанлы балалар баҡсаһы Өфөнөң боронғо мәктәпкәсә учреждениеларының береһе булып тора. Унда дүрт төркөмдә балалар тәрбиәләнә. Балалар баҡсаһы биләмәһе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яңырыу кисергән. Хәүефһеҙ япмалы заманса спорт һәм уйын майҙансыҡтары ҡуйылған, беседкалар эшләнгән. Балалар баҡсаһы ихатаһы эргәһендәге юл япмаһы ла тулыһынса яңыртылған, яңы асфальт, брусчатка һалынған. Балаларға иртә һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында уйын майҙансығында һөнәри тематикаға арналған бәләкәй архитектура формаларының элементтары урынлаш