“Сәлим” позывнойлы яугир генерал М.Шайморатов миҙалы менән наградланды. Ҙур бүләкте Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров тапшырҙы. “Бүләк алыусылар араһында яҡташтарыбыҙҙы күреү һәр саҡ ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙыра”,– тине Әлфир Фәрхәт улы награданы тапшырғанда. “Сәлим” – Бишауыл-Уңғар ауылы егете. Былтыр август айында үҙ ирке менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһына китә. Гранатометсы булып хеҙмәт итә, аҙаҡ штурм төркөмдәрендә ҡатнаша. Батыр яҡташыбыҙҙы лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ! Уның иҫән-һау еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да