Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Башҡортостан" гәзите награда алып ҡайтты!

Cочи ҡалаһында "Бөтә Рәсәй-2024" медиафорумы үтте. Сара илебеҙ журналистикаһының иң ҙур профессиональ майҙансығы булып тора. Унда эшлекле һөйләшеүҙәрҙән тыш, һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәрен дә тәбрикләнеләр. Һөҙөмтәләр буйынса Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре иң көслөләр иҫәбенә инде. Беҙҙең баҫма ла билдәләнеп үтте. "Социаль селтәрҙәрҙә, мессенджерҙарҙа киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы төркөмө (аккаунты)" номинацияһында өсөнсө урынды беҙҙең "Башҡортостан" гәзите яуланы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистарҙы еңеүҙәре менән ҡотланы. "Профессионаллек һәм ныҡлы гражданлыҡ позицияғыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙ бик мөһим эш башҡараһығыҙ: тирә-яҡтағы ваҡиғалар тураһында дөрөҫөн һөйләйһегеҙ. Һәм кешеләр ҙә һеҙгә ышаныс белдерә", – тине ул. Гөлдәр Бүләкбаева фотоһы.