Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡулайлама уйлап тапҡандар

Өфө дәүләт нефть техник университетының Водород-углерод технологиялары үҙәгендә нефть химияһы ҡалдыҡтарын, атап әйткәндә, ҡоромдо эшкәртеү буйынса ҡулайлама әҙерләнгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы. Ул “Фән һәм университеттар” милли проекты маҡсаттарына тап килә. “Сит ил ҡоролмаһы прототибының реинжинирингы нигеҙендә беҙ үҙебеҙҙең яҡшыртылған һәм модернизацияланған версиябыҙҙы булдырҙыҡ. Унда беҙ плазмохимик ысул менән графен (углеродтан материал) етештерәбеҙ“, – тип һөйләне Водород-углерод технологиялары үҙәге лабораторияһының ғилми етәксеһе, вуздың технология факультетының “Нефть һәм газ технологияһы” кафедраһы профессоры Михаил Доломатов. Яңы ҡоролма резина, пластмасса, ныҡ һәм туҙыу ваҡыты оҙаҡ булған композицион материалдар етештереүҙә ҡулланылған күп ҡатлы графен етештерергә мөмкинлек бирә. Прибор шулай уҡ термик тарҡалыуҙан һуң ҡалған нефть химияһы ҡалдығын – мейестең ҡоромон эшкәртеү өсөн кәрәк. Материал етештереүҙе тәүлегенә бер нисә грамдан сәғәтенә бер килограмға тиклем арттырыу өсөн ҡоролманы ҙурыраҡ итергә планлаштыралар. Билдәле булыуынса, "Фән һәм университеттар” (национальный проект “Наука и университеты”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: pravitelstvorb.ru