Ысынлап та, Миңзәлә Миңләхмәт ҡыҙы Абдуллина - математиканы, етди фән булыуына ҡарамаҫтан, тиҙ һәм еңел генә итеп аңлатыусы, төрлө олимпиадаларға, имтихандарға әҙерләп, төплө белем биреүсе уҡытыусы. Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылы мәктәбендә, аҙаҡ – Р. Солтангәрәев исемендәге Таймаҫ гимназия-интернатында нисәмә быуынға белем һәм тәрбиә биреп, тормош юлына оҙатҡан остаз. Уҡыусылар, ата-әсәләр, уҡытыусылар араһында ҙур хөрмәт ҡаҙанған кеше. Бер кемгә лә сер түгел, мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға инер өсөн, тәү сиратта, математика һәм рус теле буйынса имтихандар бирергә кәрәк. Был йәһәттән, талапсан һәм ғәҙел уҡытыусы булараҡ, Миңзәлә Миңләхмәт ҡыҙы барлыҡ уҡыусыларын һөҙөмтәле хеҙмәткә, яуаплылыҡҡа, ныҡышмалылыҡҡа өйрәтә. Уның уҡыусылары һәр ваҡыт юғары белем кимәле менән айырылып тора. Кемгәлер был фән тауы бейегерәк тойолһа, был осраҡта педагог, бала күңеленә асҡыс табып, һәр кемде шәхес итеп күреп, “ҡулдан етәкләп” белем тауына үрләргә көс һәм дәрт бирә. Миңзәлә Абдулли