Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

2,5 миллион тонна иген йыйылды

Башҡортостанлдың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1,14 миллион гектар майҙанда уңыш йыйылған. Бер гектарҙан уртаса 22 центнер уңыш сыҡҡан. Былтыр был күрһәткес 19 центнер тәшкил иткәйне. Ямғырлы йыл булыуға ҡарамаҫтан, иген культураларының уңышы былтырғынан күберәк. Мәҫәлән, ужым бойҙайының гектарынан 31 центнер уңыш алынған, ужым арышы 18,2 центнер тәшкил иткән. Ярауай культуралар һәм ҡуҙаҡлыларҙың 73 проценты йыйылған. Дөйөм уңыш 1,67 миллион тонна сыҡҡан, гектарынан 20 центнер уңыш алғандар. Рапс, гәрсис, етен 46 мең гектар майҙанда һуғылған. Был дөйөм майҙандың 10 процентын тәшкил итә. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, быйыл республикала шәкәр сөгөлдөрөнән юғары уңыш көтөлә – татлы тамырҙы 2 миллион 400 мең тонна йыйып алыу планлаштырыла. “Сеймал күп, уны эшкәртергә лә кәрәк. Ике заводтың һәр береһе миллион тоннанан ашыу сөгөлдөр эшкәртеү ҡеүәтенә эйә. Улар апрелгә тиклем эшләйәсәк”, - тине ул. Бөгөн сөгөлдөр баҫыуҙарында эш ҡыҙғандан-ҡыҙа. Татлы тамырҙың 30 проценты ҡаҙылған. Уртаса уңыш гектарынан 450 центнер тәшкил итә. Былтыр 354 центнер ҡаҙылған. Татлы тамырҙың шәкәре лә күп – 15 – 16 процент тип баһаланған. Ауыл хужалығы эшсәндәре иң һуң алынған культураларҙыңң береһе – көнбағышты алыуға күсә. Көнбағыш 315 мең гектар майҙанда сәселгән. Әлеге мәлдә Көйөргәҙе, Кушнаренко, Күгәрсен, Стәрлебаш райондарында был культураны йыйыуға төшкәндәр. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.