Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ

Ҡала буйлап хәүеф-хәтәрһеҙ йөрөү өсөн, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү мөһим. Һәм ҡағиҙәләрҙе бала саҡтан үҙләштерергә кәрәк. Теманы асыҡларға 1-9-сы кластар өсөн үткәрелгән “Хәүефһеҙ юлдар” онлайн-олимпиадаһы ярҙам итәсәк. Эштәрҙе үтәп, балалар шуны аңлаясаҡ: - юлды хәүефһеҙ аша сығыу һәм маршрут транспортын ҡайҙа көтөргә; - тәүлектең ҡараңғы ваҡытында яҡтылыҡҡа һиҙгер элементтар ярҙамында үҙеңде водителдәр күрерлек итергә; - транспорт өлкәһендә йүнәлеш алыу һәм хәүефле хәлдәрҙе анализлау. Унда ҡатнашыу өсөн махсус белем кәрәкмәй, көстө һынап ҡарау һәм юлда үҙеңде хәүефһеҙ тотоу тураһында күберәк белеү теләге етә. Олимпиадаға 24 сентябрҙән 27 октябргә тиклем ҡушылырға мөмкин. Олимпиада “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты ярҙамында уҙғарыла. Ярыштың ойоштороусылары: Рәсәй Транспорт министрлығы, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт идаралығы, Учи.ру һәм Рәсәй Мәғариф министрлығы менән берлектә ”Милли өҫтөнлөктәр” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы (https://vk.com/nationalprojectsru). Мәғлүмәт продукцияһы билдәһе: 6+