Владимир Путиндың указына ярашлы иң аҙ эш хаҡының күләмен (МРОТ) арттырырға кәрәк. 2030 йылға ул 35 мең һумға етергә тейеш, тип белдерҙе 24 сентябрҙә хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин.
"2025 йылдың башынан иң аҙ эш хаҡының күләме 16,5% арттырыла һәм 22 440 һум буласаҡ", - тип өҫтәне премьер-министр хөкүмәт ултырышында.
Был саралар 4 миллион хеҙмәткәрҙең эш хаҡын арттырырға ярҙам итәсәк, тип билдәләне Мишустин.
Регнум мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткәнсә, 2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 3 мең һумға йәки 18,5% артты һәм айына 19 242 һум тәшкил итә. Был 4,8 миллионға яҡын рәсәйлегә ҡағылды. Иң аҙ эш хаҡы күләме федераль ҡануниәт менән билдәләнә һәм даими яңынан ҡаралып тора.