Башҡортостандың Ҡариҙел районында тыуып-үҫкән, әле Ҡазан ҡалаһында йәшәгән Зинира Рамаҙанованың атаһы Ғәзимйән ағайға 65 йәш тулған. Ошо уңайҙан Зинира менән Ризат Рамаҙановтар юбилярҙы ҡотларға Башҡортостанған ҡайтырға йыйына. Был хаҡта Зинира үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә. "Атайыма 65 йәш тулды. Ошо уңайҙан Ҡариҙел районына ҡайтып ҡотлап килергә иҫәп. Тыуған көндә яҡындар менән генә (беҙ өс ҡыҙ, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ҙа бар) өйҙә билдәләйбеҙ. Ә бүләккә шифаханаға юллама алдыҡ. Атай менән әсәй Асҡын районында урынлашҡан "Танып" шифаханаһын үҙ итә. Ҡышҡа ҡарай, малдар һуйылғас, шунда барасаҡтар. Тиҙҙән гастролдәр башлана. Декабргә тиклем Башҡортостанда, аҙаҡ Татарстанда сығыш яһайбыҙ. Ҡыҙыбыҙ Айгизә V класта, улыбыҙ Раяз балалар баҡсаһына йөрөй", - тигән ул. Фото: Телеграм.