Туймазы районы хакимиәтендә Башҡортостандың йыйылма командаһына ингән тәүге 15 спортсыға яңы форма һәм ҡорамалдар тапшырылды. Спорттың төп төрҙәре спортсылары өсөн махсус ҡорамалдарҙы “Демография” милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль проекты сиктәрендә бүленгән субсидияға һатып алдылар. Дәүләт ярҙамы йыйылма командалар өсөн спорт резервын әҙерләгән муниципаль спорт мәктәптәренә ҡаралған. Тиҙҙән тағы 24 Туймазы спортсыһы форма һәм ҡорамалдар аласаҡ. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы исемлегенә бокс, дзюдо, еңел атлетика, йөҙөү, спорт көрәше төрҙәре вәкилдәре инде. Уларҙың барыһы ла бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлендәге ярыштарҙа райондың ғына түгел, республиканың да намыҫын яҡлай. Туймазы районында бокс, дзюдо, каратэ, еңел атлетика, йөҙөү, спорт көрәше, футбол, хоккей, терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған кешеләр спорты төп олимпия спорт төрҙәре булып тора. "Бына өсөнсө йыл инде федераль проект сиктәрендә бүленгән аҡсалар иң яҡшы спортсыларыбыҙға ярҙам итергә, Туймазы спорт мәктәптәренең матди-техник базаһын өҫтәмә камиллаштырырға мөмкинлек бирә. Былар барыһы ла йәш спортсыларҙы әҙерләүҙә ыңғай сағылыш таба. Спортсыларыбыҙ артабан да юғарыраҡ һөҙөмтәләр күрһәтер һәм Туймазы районы Башҡортостан Республикаһына миҙалдар алып килер тип ышанабыҙ”, – тип билдәләне Туймазы районы хакимиәтенең спорт бүлеге начальнигы Вячеслав Чернов. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Туймазы районы хакимиәте.