Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылы Үҙәк район моделле китапханаһында "Мәҙәниәт" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә "Медиахәрәкәт: нисек сифатлы контент булдырырға" интенсивы үтте. Сара сиктәрендә ҡатнашыусылар контенттың нимә икәнен белде, уның төп төрҙәре, шулай уҡ ҡыҙыҡлы һәм сифатлы материал әҙерләргә ярҙам иткән инструменттар менән танышты. Бынан тыш, шәхси брендты үҫтереүҙә һәм һанлы белемде арттырыуҙа мөһим аҙым булып торған үҙ блогыңды булдырыу һәм танытыу өсөн төрлө каналдарҙы тикшерҙе. Йәштәр теорияны тыңлап ҡына ҡалманы, практик өлөшкә әүҙем ҡушылды. Эш барышында улар “Бәйләнештә” платформа өсөн үҙҙәренең видеоклибын булдырған, был теоретик белемде практикала нығытырға мөмкинлек биргән. “Һәр саҡ социаль селтәрҙә ҡыҙыҡлы сәхифә булдырырға хыялландым һәм бөгөн ошондай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындыра алманым: үҙем һәм дуҫтарым өсөн мауыҡтырғыс сәхифә алып барырға өйрәндем. Сифатлы контент булдырыу – ул ваҡыт һәм тырышлыҡ талап иткән ижади процесс икәнлегенә тағы бер тапҡыр инандым”, - тип билдәләне студент Азат Мәхмүҙийәров. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте.